+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Март 2019, 14:23

Йылдар беҙгә кәртә түгел

Районыбыҙҙа оло йәштәге кешеләр араһында “Йылдар беҙгә кәртә түгел” тип аталған ижад фестиваль-конкурсы старт алды.

Районыбыҙҙа оло йәштәге кешеләр араһында “Йылдар беҙгә кәртә түгел” тип аталған ижад фестиваль-конкурсы старт алды.

Өлкән быуын вәкилдәре – үҙенсәлекле кешеләр. Улар төрлө бәйгеләрҙә, ярыштарҙа, шул иҫәптән сәнғәт фестивалдәрендә лә теләп ҡатнаша.

Районыбыҙҙа талантлы ке-шеләр бик күп. Әлеге конкурс оло йәштәгеләр үҙҙәренең сәнғәт һәм интеллектуаль һәләттәрен күрһәтә алһын өсөн, тормоштан тәм һәм йәм табып йәшәһен өсөн ойошторола. Кеше пенсияға сыҡҡандан һуң, үҙен йәмғиәттән айырылған итеп хис итергә тейеш түгел. Фестиваль-бәйгелә ҡатнашыу барыһын да уртаҡ мәнәфәғәттәр менән берләштерә, кешеләргә һәләтен үҫтерергә ярҙам итә.

Был бәйгелә кемдәр ҡатнаша ала һуң? Ҡатын-ҡыҙҙар – 55, ир-аттар – 60 йәштән алып. Шәхси һәм күмәк ҡатнашыуҙарға ла рөхсәт ителде.

15 февраль көндө был бәйгегә Ямаҡай ауылы мәҙәниәт йорто ла ҡушылды. Ауылдың аҡ инәйҙәре Фәниә Уразмәтова, Мәрзиә Батыраева, Зилә Ҡаһарманова, Зәлифә Иҫәргәкова һәм баянсы Әсҡәт Байков ҡатнашлығында матур концерт ҡуйҙылар. Улар күмәкләп йыр ҙа йырланы, шаян таҡмаҡтар ҙа башҡарҙы. Сығыштар бик матур, күңелле үтте.

Читайте нас: