+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2019, 19:33

Башҡортостан дәүләтен төҙөүсе якташыбыҙ

Республика төҙөү, халыҡтар араһында дуҫлыҡты һәм үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыу өсөн Муллайән Дәүләтша улы Халиҡов күп эш башҡара, уның хеҙмәтенең төп ҡаҙанышы – барлыҡ башҡорт халҡын берләштереү.

Республика төҙөү, халыҡтар араһында дуҫлыҡты һәм үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыу өсөн Муллайән Дәүләтша улы Халиҡов күп эш башҡара, уның хеҙмәтенең төп ҡаҙанышы – барлыҡ башҡорт халҡын берләштереү.

М. Халиҡов – педагог

Муллайән Халиҡов 1894 йылдың 4 февралендә Бәләбәй өйәҙенең Иҫке Аҡтау ауылында урта хәлле ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. Тыуған ауылында өс йыл мәҙрәсәлә белем ала һәм ошо өйәҙҙең земство башлығы С. Йәнтүриндең Килемдәге рус мәктәбендә алты йыл уҡый. 1915 йылда Ырымбур губернаһының Троицк ҡалаһында “Мөхәммәдиә” уҡытыусылар семинарияһын тамамлай. Шунан һуң Орск ҡалаһына эшкә ебәрелә.

1917 йылдың февраль револю-цияһынан һуң, Ырымбурҙағы Ҡа-рауанһарайҙа үткән 1-се Башҡорт Ҡоролтайында делегат була.

Муллайән Халиҡовтың педагогик эшсәнлеге оҙаҡҡа һуҙылмай, шулай ҙа уның уҡыусылар араһында тәүге көндәрҙән үк мөхәббәт һәм хөрмәт ҡаҙанғанлығы билдәле. 1917 йылдың октябрендә ул иптәштәре тәҡдиме менән Темәс ауылына күсә һәм китапханала эшләй башлай. Ошо белем усағы Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтен төҙөүҙә үҙенә күрә “штаб”ҡа әйләнә. Октябрь Социалистик революцияһын шунда ҡаршылай ул.

Совет Хөкүмәте йоғонтоһонда Башҡорт өлкә шураһы 15 ноябрҙә Башҡортостандың автономияһын иғлан итә. Йыл аҙағында Башҡорт Ҡоролтайында был ҡарар раҫлана һәм милли Хөкүмәт төҙөлә. Халиҡов милли Хөкүмәткә ағза итеп һайлана.

1919 йылдың ғинуар аҙағында Өфөнө Колчактан азат иткәндән һуң, Муллайән Халиҡов Башҡорт Хөкүмәтенең вәкиле сифатында Өфө губерна ревкомы менән һөйләшеү алып бара һәм Ҡыҙыл Армия яғына сығыуға бәйле шарттар ҡуя.

В. Ленин Өфө губревкомына шундай яуап телеграммаһы ебәрә: “Халиҡовты ситләтмәҫкә тәҡдим итәбеҙ. Колчакка ҡаршы башҡорт полктары тарафынан берҙәм фронт булдырған тәҡдирҙә, амнистияға ризалыҡ бирергә. Совет власы яғынан башҡорттарҙың милли азатлығы тулыһынса гарантиялана”.

8 февралдә Башҡорт Хөкүмәте М. Халиҡовтың эшмәкәрлеген хуплай. 19 февралдә һөйләшеүҙәр ҡабат яңыртыла һәм тәүге килешеү төҙөлә.

Башҡорт хөкүмәте вәкилдәре Мәскәүгә йүнәлә һәм Автономиялы Башҡортостан тураһында “Совет власы менән Башҡортостан Хөкүмәте килешеүе”нә ҡул ҡуйыла. Унда милли эштәр буйынса халыҡ комиссары И.Сталиндың, Башҡорт Хөкүмәте рәйесе М. Халиҡовтың ҡултамғалары була. Килешеү 1919 йылдың 23 мартында “Известия ВЦИК” гәзитендә баҫылып сыға. Ошо дата Совет Башҡортостанының тыуған көнө тип иҫәпләнә.

27 йәшлек рәйес

М. Халиҡов 1921 йылдың июлендә Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе итеп раҫлана. Уға ни бары 27 йәш була ул саҡта.

Муллайән Халиҡовтың республика етәкселегенә килгән ваҡыты уның тарихында иң ауыр көндәр була. Башҡортостан тарыған бәлә-ҡазаларҙың күләмен күҙ алдына килтереү өсөн ҡайһы бер һандарға күҙ һалайыҡ. Меңдән артыҡ эреле-ваҡлы предприятиелар эшләмәй, бигерәк тә тау-завод тармағы ныҡ зарарланған, транспорт та юҡ дәрәжәлә. Иген йыйымы, мал һаны кәмегән. Йөҙҙәрсә ауылдар яндырылып, меңәрлән крәҫтиән хужалыҡтары көлгә әйләнгән. 200 меңдән артыҡ кеше йорт-ерһеҙ ҡалған. 1920-1921 йылғы ҡоролоҡ арҡаһында Башҡортостан тарихында күрелмәгән ҡаты аслыҡ башлана.

Башҡортостан Хөкүмәте алдына кинәт ауыр бурыстар килеп баҫа. Шулай ҙа иң ҡыйыны республика халҡының ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәш була. 1922 йылдың декабрендә үткән өсөнсө Бөтә башҡорт съезында отчёт докладында М.Халиҡов былай ти: “Халыҡтың көсө эпидемияларға, аслыҡҡа ҡаршы көрәшеүгә һәм Үҙәктә лә, шулай уҡ урындарҙа ла административ көстө нығытыуға йүнәлтелде. Беҙ эште яңы экономик политика шарттарында барлыҡ аппараттарҙы үҙгәртеп ҡороу талап ителгән саҡта башҡарҙыҡ. Күп кенә учреждениеларҙың хужалыҡ иҫәбенә күсерелеүе, предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлегенең күтәрелеүе һәм башҡа ыңғай күренеш-тәр шуға бәйле. Был эште башҡарып сығыу өсөн күп көс кәрәк булды. Эшкә тотонғанда аҙыҡ-түлек Халыҡ Комиссариаты складында... бер бот та иген юҡ ине! Аҡса менән дә эш таҡыр ине. Башҡорт Республикаһы хәтәр кризисҡа юлыҡты. Үҙәктән алынған кәрәк-яраҡтар беҙҙең их-тияжыбыҙҙың 10 процентын да ҡаплай алманы...”.

Шундай шарттарҙа М. Халиҡов үҙенең барлыҡ көсөн астарға ярҙам күрһәтеүгә туплай, аслыҡтың даими юлдаштары булған ваба, тиф ауырыуҙарына ҡаршы саралар күрә.

М. Халиҡов инициативаһы менән Хөкүмәт Башҡортостанды продналогтан ҡотҡарыуҙы, республиканы аслыҡ хөкөм һөргән урындар иҫәбенә керетеүҙе, аҙыҡ-түлек һәм финанс ярҙам күрһәтеүҙе юллай һәм ыңғай һөҙөмтәләргә ирешә.

Дәүер шаһиты

Бер үк ваҡытта М. Халиҡов Оло Башҡортостанды төҙөү буйынса мөһим эштәр башҡара. Республиканың сиктәрен билдәләү һәм хоҡуҡ нормаларын асыҡлау әһәмиәтле була. Был сетерекле эш ВЦИК тарафынан 1922 йылдың 14 июнендә ҡабул ителгән Декрет менән теүәлләнә. Шуның һөҙөмтәһендә Өфө губернаһы Башҡортостан Республикаһына бирелә. БАССР-ҙың баш ҡалаһы Стәрлетамаҡтан Өфөгә күсә.

Башҡортостанда 8 кантон, улар эсендә 296 волость һәм 3272 ауыл Советы булдырыла. Оло Баш-ҡортостандың Совнарком рәйесе итеп М. Халиҡов тәғәйенләнә.

Халыҡ һәм партия буйынса иптәштәре араһында М.Халиҡов ҙур абруй ҡаҙана. Эшкә бик һәләтле булыуы, ябай халыҡ хаҡында ысын күңелдән хәстәрлек күреүе, уға йәне-тәне менән намыҫлы хеҙмәт итеүе арҡаһында ирешә ул быға.

Сәйәси золом ҡорбаны

1925 йылдың 4 ноябрендә М. Халиҡов, В. Заикиндың Мәскәүгә күсерелеүе уңайынан оҙатыу кисәһе үткәрелә. Унда сығыш яһаусылар Муллайән Дәүләтша улының Хөкүмәт башлығы вазифаһын үтәүҙәге тырышлығын юғары баһалай, партия һәм дәүләт эшмәкәре А. Биишев уны “башҡорт самородогы” тип атай. 1925 йылдың аҙағында М.Халиҡов Мәскәүгә күсә. Ауыл хужалығы банкында эшләй, һуңыраҡ РСФСР Финанс Халыҡ Комиссариатына алына. 1930-1933 йылдарҙа Ҡыҙыл профессураның экономика институтында уҡый. Уны тамамлағас, РСФСР халыҡ хужалығы иҫәп-хисап идаралығына эшкә урынлаша.

М.Халиҡов яҡташтары, бигерәк тә М. Мортазин менән аралашыуын дауам итә. Уға мемуарҙар, шулай уҡ Ҡыҙыл Армия тураһында китап сығарырға ярҙам итә.

1937 йылдың йәй башы ил тарихында иң фажиғәле осор була. 25 июлдә иртәнге яҡта М. Халиҡовты советтарға ҡаршы һәм террорсылыҡ эшендә ғәйепләп, ҡулға алалар.

1937 йылдың 27 сентябрендә СССР Юғары Судының Хәрби коллегияһы тарафынан М. Халиҡов иң юғары язаға – үлемгә хөкөм ителә һәм был ҡарар шул уҡ көндә үтәлә. Муллайән Халиҡовҡа ни бары 43 йәш була. Ул Мәскәүҙең Дон зыяратында ерләнгән.

М. Халиҡовтың тормош иптәше Сара Закир ҡыҙы 1937 йылдың 28 декабрендә иренең контрреволюцион эшмәкәрлеге тураһында власть органдарына хәбәр итмәүҙә ғәйепләнә. Уны 8 йылға хөкөм итәләр. Ул 1945 йылдың 28 ноябрендә азат ителә.

1958 йылдың 28 ғинуарында СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы һәм СССР НКВД-һының Айырым кәңәшмәһенең хөкөм ҡарары юҡҡа сығарыла, Муллайән Дәүләтша улы һәм уның тормош иптәше Сара Закир ҡыҙы реабилитациялана.

Исеме ҡалһын мәңгегә

Өфөлә ҡасандыр Халыҡ ко-миссарҙары советы өсөн М. Халиҡов үҙе һайлаған бинала
әлеге көндә Башҡортостан Рес-публикаһының Милли музейы урынлашҡан. Халиҡовтар ғаиләһе ул ваҡытта Зенцов урамында йә-
шәй. Эшкә йәйәү һәм һаҡһыҙ йөрөгән ул, сөнки халыҡ араһында абруйы көслө булған. БАССР Халыҡ комиссарҙары советы бинаһы урын-
лашҡан Губернаторская урамын Совет урамы тип үҙгәртә. Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы алдынан Милли музейға Ҙур Башҡортостандың беренсе етәксеһе исемен бирергә тәҡдим итәм. Тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уға хөрмәт күрһәтеү булыр ине был.

Читайте нас: