

Леонидовка ауылынан Рима Иванова «Плетем Победу» клубы волонтёрҙары аша яугирҙәргә 15 килограмм башҡорт балы ебәргән.
Ире менән улар тағы ла ике фляга бал әҙерләгән — уны һалҡындар башланғас, ҡышҡа яҡын ваҡытта яунирҙарға ебәрәсәк.
Рима Рифҡәт ҡыҙы шулай уҡ маскировка костюмдары эшләй, шулай уҡ яугирҙәр өсөн йылы бейәләйҙәр бәйләргә йыйына.
— Һалҡындар яҡынлаша, егеттәребеҙҙе йылытырға кәрәк, — ти Туймазы оҫтаһы.