

Төп тема — Исмаил һәм Татар-Олкән ауылдарында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөү.
Проект «Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Маҡсат — ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамын өйгә яҡын, уңайлы шарттарҙа күрһәтеү.
Кәңәшмәлә:
✅ төҙөлөш графигы
✅ майҙансыҡтарҙы һайлау
✅ ойоштороу һәм техник мәсьәләләре тикшерелде
Яңы ФАП-тар амбулатор ҡабул итеү, профилактик тикшереүҙәр һәм вакцинация өсөн тулыһынса йыһазландырыласаҡ.