+9 °С
Дождь
Еңеүгә - 80 йыл
Спорт
26 Ноября 2025, 05:00

Туймазынан шәфҡәт туташы МХО зонаһындағы яугирҙарҙы ҡотҡара

Туймазынан Динара Шәйхетдиноваға 35 йәш. Уның ире, ике балаһы бар. 2022 йылда уның ҡустыһын МХО зонаһына мобилизациялайҙар. Туймазыға ялға ҡайтҡас, ул е тураһында күп һөйләй. Динара Рәшит ҡыҙы ныҡлы ҡарар ҡабул итә: фронтҡа госпиталгә эшкә барырға. Белеме буйынса шәфҡәт туташы, ул унда 14 ай үткәрә.

Туймазынан шәфҡәт туташы МХО зонаһындағы яугирҙарҙы ҡотҡараТуймазынан шәфҡәт туташы МХО зонаһындағы яугирҙарҙы ҡотҡара
Туймазынан шәфҡәт туташы МХО зонаһындағы яугирҙарҙы ҡотҡара

Динара педагогия колледжын, һуңынан медицина колледжын тамамлаған. Дүрт йыл Туймазы үҙәк дауаханаһында ҡабул итеү бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй.

- Мин эштә ғариза яҙҙым, ә ирем менән үҫмер улыма үҙемдең ҡарарым тураһында китеүгә бер нисә көн ҡалғас ҡына хәбәр иттем, - ти ул. - Ул ваҡытта мин өс йәшлек ҡыҙымды ҡарау буйынса декрет ялында инем. Шуға күрә кешеләр минең ҡарарыма төрлөсә ҡарай. Әммә мин балаларыбыҙға ярҙам итергә, шул уҡ ваҡытта һөнәри оҫталығымды яҡшыртырға теләнем. Был бит уникаль тәжрибә! Ярты йылға контракт төҙөнөм һәм ЛНР-ға юлландым.

Ҡыйыу ҡыҙ һөйләүенсә, ул бер нисә тапҡыр һуғыш яланына сыға, унда яралы һалдаттарға ярҙам күрһәтә, артиллерия уты аҫтында ҡалғаны ла була. Ә быйыл февралдә ул РФ Оборона Министрлығы ҡарамағындағы һәм ДНР территорияһында эшләгән Ирекле корпусҡа инде. 8 айға контракт төҙөйнө.

— Беҙҙең яугирҙарға хайран ҡалыуҙан арымайым, - ти Динара. - Улар барыһыны ла батыр һәм сабырҙар. Бындай егеттәр еңеүгә өлгәшә аласаҡ!

 

 

Туймазынан шәфҡәт туташы МХО зонаһындағы яугирҙарҙы ҡотҡара
Туймазынан шәфҡәт туташы МХО зонаһындағы яугирҙарҙы ҡотҡара
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас