

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүҙәренсә, Ҡандра ауылында янғын күп балалы ғаиләнең фатирында сыҡҡан. Дүрт балаһы менән ир янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем эвакуациялана.
Ә Өфөлә Ғ.Ибраһимов урамында 23-сө ҡатта янғын сыҡҡан - 20 кеше, шул иҫәптән биш бала, имен-аман бинанан сығып киткән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа һәм иҫке электр сымдарын ваҡытында алмаштырырға кәңәш итә.
Янғын ваҡытында 101 номерына шылтыратырға.