+9 °С
Дождь
Еңеүгә - 80 йыл
Спорт
1 Октября 2025, 10:01

Туймазынан йәш рәссам бөтә Рәсәй конкурсы номинацияһында еңеү яуланы

Радмила Хисмәтуллина «Геотеатрҙың дан галереяһы» номинацияһында еңеүсе булды.

Туймазынан йәш рәссам бөтә Рәсәй конкурсы номинацияһында еңеү яуланыТуймазынан йәш рәссам бөтә Рәсәй конкурсы номинацияһында еңеү яуланы
Туймазынан йәш рәссам бөтә Рәсәй конкурсы номинацияһында еңеү яуланы

Сентябрҙә Мәскәүҙә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй балалар һүрәте конкурсында еңеүсе балаларҙың рәссам-уҡытыусыларының картиналары күргәҙмәһе үтте.

Экспозицияны асыу ваҡытында «Геотеатрҙың дан галереяһы» номинацияһында еңеүсе балаларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Дипломдарҙы рәссам, Рәсәй рәссамдар Союзы ағзаһы, Рәсәй художество Академияһының почетлы академигы Виктор Евгеньевич Лукьянов тапшырҙы.

Туймазынан Радмила Хисмәтуллина оҫтаның беренсе наградаһын алды. 15 йәшлек рәссам конкурста «Ауыр көндәр» картинаһын тәҡдим итте. Радмила-Өфө рәссамы Айнур Тимерғәлиевтв уҡый, Туймазы сәнғәт мәктәбен тамамлаған.

Туймазынан йәш рәссам бөтә Рәсәй конкурсы номинацияһында еңеү яуланы
Туймазынан йәш рәссам бөтә Рәсәй конкурсы номинацияһында еңеү яуланы
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас