+9 °С
Дождь
Еңеүгә - 80 йыл
Спорт
26 Августа 2025, 04:38

Октябрьский - тағы бер ял урыны арта

Уңайлы ҡала мөхите булдырыу федераль проекты сиктәрендә ҡаланың «Нефтсе» паркында төҙөкләндереү эштәре дауам итә

Октябрьский - тағы бер ял урыны артаОктябрьский - тағы бер ял урыны арта
Октябрьский - тағы бер ял урыны арта

Парктың Баҡса ҡулсаһы урамы яғы тәртипкә килтерелә. Бөгөнгө көнгә территория планлаш­тырылған, яҡтыртыу өсөн кабель линиялары һалынған.

Тротуар өсөн нигеҙ түшәлгән. Стадион янынан ғына велосипедта йөрөү өсөн юл буласаҡ. Рулонлы газон аҫтына йәйергә ҡара тупраҡ ташыла. Бордюр ташы урынлаштырыла, төп һуҡмаҡтарға брусчатка һалына.

Проектланған территорияла йәйәү­леләр өсөн йөрөү зонаһы, сүп һауыттары урынлаштырыласаҡ. Уртала ҡалдырылған барлыҡ территорияны газон рулоны менән йәшелләндереү, артабан уны үҫтереү, шыршы, декоратив ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыу ҡаралған. Бөтә территория ҡараңғы ваҡытта яҡтыртыласаҡ, шулай уҡ видеокүҙәтеү камераларын ҡуйыу планлаштырылған.

Эш гөрләп бара, хеҙмәткәрҙәр матурлап брусчатка түшәү менән мәшғүл ине. Территорияны ағымдағы йылдың октябрь аҙағында ҡулланышҡа тапшырыу күҙаллана.

Барлыҡ этаптар тамамланғандан һуң, йәшеллеккә күмелгән ял итеү өсөн уңайлы урын барлыҡҡа киләсәк. Ҡаланың был өлөшөндә йәшәүселәргә яңыртылған паркта ял итеүе күңелле булыр. Төҙөкләндереү эштәре барған урынға балалар майҙансығы һәм футбол яланы ла бик яҡын. Тимәк, парк йәш әсәләрҙең, спорт һөйөүселәрҙең яратҡан ял урынына әүерелер.

Октябрьский - тағы бер ял урыны арта
Октябрьский - тағы бер ял урыны арта
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас