

Алты ҡатлы бинала заманса уҡыу корпустары, торлаҡ блоктары, спорт зонаһы, ашхана, китапхана урынлашасаҡ.
Лицейҙы 2027 йыл аҙағында – 2028 йыл башында тапшырырға планлаштыралар.
- Был мәктәп кенә түгел, ә мәктәптең иң юғары нөктәһе. Бында бөтә республиканан иң һәләтле балаларҙы йыясаҡбыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. - Әгәр президент Владимир Путиндың ярҙамы булмаһа, мәктәпте төҙөү мөмкин булмаҫ ине. Объекттың хаҡы - 3 миллиард һум, шуның 2,5 миллиардтан ашыуын федераль бюджет бүлә.