

Сараға ҡул эштәренә оҫта, һарыҡ йөнөнөң файҙаһын белгән, бөгөнгө көндә лә ошо эш менән шөғөлләнгән уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һәм балалар саҡырылды.
Артабан һарыҡ ҡырҡыу, йөн тетеп, йөн иләү, йөн сиратыу, йөн аяҡлау серҙәре менән уртаҡлаштылар оҫталар. Борондан беҙҙең әсәй-өләсәйҙәребеҙ ҡаба таҡтаһына йөндө бәйләп, орсоҡ менән йөн иләгәндәр.
Байрамға ветерандар Советы рәйесе Нурулла Биксуров һәм Туймазы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гөлмирә Бикбулатова ҡунаҡҡа килде.
"Һалдат өсөн дауалау билбауы" проекты барлыҡҡа килгәс, сифатлы йөн һәм уны эшкәртә белгән ҡатын-ҡыҙҙар бик аҙ булыуы асыҡланды.
Һарыҡ йөнөн нисек дөрөҫ итеп алырға? Элек был эшле бөтә ғаилә ағзалары, хатта үҫмерҙәр ҙә эшләй белгән. Исхаҡова Финиса, ҡул эштәре оҫтаһы, һарыҡтарҙы дөрөҫ аҫырау тураһында һөйләне.
Сараның төп маҡсаты – йөн иләү һөнәрен күрһәтеү. Әлбиттә, был эште үҙләштәрәү еңел түгел, ҙур теләк һәм ныҡышмалылыҡ кәрәк.