

Бөгөн төндә Туймазы районының Раевка ауылында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда бәлиғ булмаған пассажир зыян күргән.
18 йәшлек ҡыҙ «Лада Гранта» автомобиле руле артына иҫерек килеш ултыра, 17 йәшлек дуҫын төнгө автоуҙышҡа саҡыра.
Боролғанда водитель идара итеүҙе юғалта, машина кюветҡа төшә һәм түңкәрелә. Йәрәхәтләнгән пассажирҙы дауаханаға оҙаталар.