

Беҙҙең ҡаланан «Олимп-СШ4» командаһы 2014 йылғылар категорияһында ҡатнашты, һәм улар был турнирҙың көмөш призерҙары булды. Финалда команда бары тик пенальти серияһында ғына отолдо. Егеттәргә афарин!
Тренер-уҡытыусылар Гордов Евгений Валерьевич һәм Ҡунафин Виталий Юрьевич команда әҙерләүгә күп көс һалғандар. Уларҙың тырышлығы команданың һөҙөмтәләрендә асыҡ күренә. Егеттәрҙе август аҙағында Ессентуки ҡалаһында уҙасаҡ «Күн туп - Йәш футболсылар Лигаһы» Бөтә Рәсәй финалы көтә, унда егеттәребеҙ беҙҙең республика исеменән сығыш яһауҙары айырыуса илһамландыра.