+9 °С
Дождь
Еңеүгә - 80 йыл
Спорт
18 Июня 2025, 11:56

100 йәшлек юбиляр!

Шаран районының Дүрмән ауылында йәшәгән Нәзиә Ғиниәтуллина 100 йәшлек юбилейын билдәләне

100 йәшлек юбиляр!100 йәшлек юбиляр!
100 йәшлек юбиляр!

Уны ҡотларға килгән урындағы хакимиәт вәкилдәре Рәсәй президенты Владимир Путиндан һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан бүләктәр, ҡотлау хаттары тапшырҙы. Салмалы ауыл биләмәһенән «Аҡ шишмә» халыҡ ансамбле йөҙйәшәр инәй өсөн байрам концерты ойошторҙо.

Нәзиә Ғиниәтуллина 1925 йылдың 15 июнендә Шаран районының Үлекйылға ауылында тыуған. Тормош иптәше, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Әмир Ғиниәтуллин менән бергә биш балаға ғүмер биргән. Бөгөн бәхетле инәй һигеҙ ейән-ейәнсәре һәм ун ике бүлә-бүләсәре хәстәрлегенә сорналып йәшәй.

 

100 йәшлек юбиляр!
100 йәшлек юбиляр!
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас