

Бәләбәйҙә Башҡортостан Республикаһының медицина колледждары араһында спартакиада үтте. Бәләбәй медицина колледжы спорт ярыштары үҙәгенә әүерелде.
Республиканың ете ҡалаһынан ҡатнашыусылар биш дисциплинала иң яҡшылар исеменә көрәште: шахмат, пневматик винтовканан атыу, өҫтәл теннисы, йүгереү һәм волейбол.
Туймазы медицина колледжы командаһы өсөнсө урын яуланы. Буласаҡ табиптар көс, етеҙлек һәм команда рухы күрһәте, ярыштарҙа район һәм колледжды лайыҡлы күрһәтте.