Ярыштарҙың төп өлөшө Өфөлә үтһә, айырым йүнәлештәр буйынса ярыштар Ишембайҙа һәм Әбйәлил районында ойошторола. Беренсеһе 7 февралдә башлана. Тулыраҡ мәғлүмәт бында баҫыла.
«Башҡортостандың күләмле, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар өсөн сараларҙы ойоштороу тәжрибәһе ҙур. Республикабыҙҙы йәнә ошондай турнирҙы үткәреү урыны итеп һайлауҙары бик әһәмиәтле. Бөтә ҡатнашыусыларға ла уңыштар теләйем. Улар – спортҡа һәм тормошҡа ғашиҡ ҡыйыу кешеләр. Улар юғары үрҙәргә үрләй һәм үҙҙәренең уңыштары менән башҡаларҙы ла дәртләндерә. Спартакиадала ҡатнашыусыларға – матур еңеүҙәр, ә көйәрмәндәргә – сағыу тәьҫораттар!», — тигән теләктәрен еткерҙе Хәбиров.