Ғүмерендә бер тапҡыр ҙа ул урмандан буш кәрзин менән өйөнә әйләнеп ҡайтмай. Бәшмәктәрҙе ул еҫ буйынса таба. Ирина Давыдова йыл әйләнәһенә бәшмәк йыя.
Быйыл ул бәшмәк миҙгелен ғинуарҙа асты - фламмулина (бәрхәт аяҡлы) һәм устрица вешенкаһын йыя.
- Фламмулина бик ҡыҙыҡла үҫемлек, ул һыуыҡтарҙа күпселек бәшмәктәр кеүек туңмай, ә йоҡлай, тип аңлата Ирина Анатольевна. - Йылытҡанда ул үҫеүен дауам итә. Уны шулай уҡ ҡышҡы опенок тип тә атайҙар. Устрица вешенкаһы ла түбән температураны ярата, әммә һыуыҡтарҙа ул үҫеүен туҡтата. Был бәшмәктәрҙе ҡыҙҙырырға, маринадларға, уларҙан һурпа әҙерләргә мөмкин.
Ирина Давыдованың социаль селтәрҙәге фотоһы.