Ире Рәфис Хөсәйен улы утынлыҡты бушата, Уны үҙгәртеп ҡорорға һәм унда ХХ быуат уртаһындағы йорттоң интерьерын тергеҙергә тәҡдим итә. Шулай эшләйҙәрҙә. Музейҙа йоҡо мөйөшө бар, унда панцирлы карауат, сигелгән мендәрҙәр, туҡылған келәмдәр бар. Ҡаршыһында иҫке түңәрәк өҫтәл. Мөйөшкә уйып эшләнгән буфет ҡуйылған. Уны хужабикәнең олатаһы эшләгән. Ә буфетта күп кенә һауыт-һаба, һәм барыһы ла СССР дәүеренән.
Иң төп экспонат - 1962 йылда һатып алған самауыр. Артабан ауыр тирмәндәр. Музей буйлап етен таҫтамалдар эленгән. Әйткәндәй, музейҙа етенде эшкәртеү өсөн бик күп ҡулайламалар тупланған.
– Минең хыялым - музейҙы киңәйтеү, унда мейес ҡуйыу һәм бында мәктәп уҡыусылары өсөн туҡыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм экскурсиялар үткәреү. Туҡыу станогы бар, – ти хужабикә. - Мин туҡый беләм. Халыҡ кәсебен тергеҙеү бик яҡшы идея булыр ине. Әммә беҙ ирем менән пенсионерҙар, һәм етди финанс инвестициялары яһай алмайбыҙ. Бәлки, хыялымды тормошҡа ашырырға ярҙам итерлек эшҡыуарҙар табылыр?
Хәҙер музейҙы тулыландырырға Тимербаевтарҙың таныштары һәм күршеләре ярҙам итә.