Динар Нәзиф улы Туймазыла тыуып үҫкән. 8-се мәктәпте тамамлай, һуңынан станочник, иретеп йәбештереүсе һәм автомеханик һөнәрен ала. Ҡатыны һәм өс ҡыҙы менән бергә Шаран районының Йомаҙыбаш ауылында йәшәй, “Камила” теплица хужалығы менән етәкселек итә.
Ул Оборона министрлығы менән контрактты быйыл яҙ төҙөнө. Мотоуҡсылар ротаһында хеҙмәт итә. Динар Нәзиф улы - ҡыйыу кеше һәм ышаныслы дуҫ була. Бер алышта рядовой Ниғмәтуллин яралана. Шуға ҡарамаҫтан, ул ауыр яраланған иптәшен үҙе менән алып сыға. Хәрби ҡаҙаныштары өсөн уны «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләйҙәр.
5 июлдә һәләк була, ул һуңғы секундҡа тиклем хәрби антына тоғро ҡала.