-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Май , 14:51

Туймазы районында штурмлау ротаһы яугиры менән хушлаштылар

Илнур Әғлиуллинға 38 йәш ине.

Туймазы районында штурмлау ротаһы яугиры менән хушлаштылар
Туймазы районында штурмлау ротаһы яугиры менән хушлаштылар

Бөгөн Түбәнге Троицк ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 38 йәшлек Илнур Әғлиуллинды һуңғы юлға оҙаттылар. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмил Мәмлиев, район хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов хәрбиҙең туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.

 

Илнур Зинур улы Түбәнге Троицк мәктәбен тамамлағандан һуң төрлө нефть ойошмаларында, һуңынан фермер хужалыҡтарында эшләй. Һуңғы йылдарҙа «Туймазыагрогриб» йәмғиәтендә эшләгән.

 

Былтыр октябрь аҙағында Әғлиуллин Оборона Министрлығы менән контракт төҙөй. Уны штурм ротаһының гранатометсыһы ярҙамсыһы вазифаһына тәғәйенләйҙәр.

 

Яугир бер нисә уңышлы алышта ҡатнаша, уның подразделениеһы бер нисә тораҡ пунктты дошмандан азат итә.

 

  • Илнур мал һәм ҡош-ҡорт тотҡан эшһөйәр ауыл ғаиләһенән, - тип хәтерләй һалдаттың ағаһы Николай Корнеев.
Туймазы районында штурмлау ротаһы яугиры менән хушлаштылар
Туймазы районында штурмлау ротаһы яугиры менән хушлаштылар
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: