Республиканың эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Александр Прядко Рәсәй эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенең яңы начальнигын тәҡдим итте. Ул подполковник Тимур Сәйетгәрәев.
Тимур Ғайсар улына 42 йәш, ул Туймазы районында тыуған.
2000 йылда Рәсәй эске эштәр министрлығының Түбәнге Тагил махсус урта милиция мәктәбен, 2004 йылда Рәсәй эске эштәр министрлығың Өфө юридик институтын тамамлай. Уҡыуын тамамлағандан һуң Туймазы районы буйынса Рәсәй эске эштәр министрлығында эшләй. 2000 йылдан 2011 йылға тиклем дежур часында төрлө вазифаларҙа хеҙмәт итә, шул иҫәптән 2008 йылдан - был подразделение етәксеһе. 2011 йылдан 2014 йылға тиклем полиция начальнигы урынбаҫары, 2014 йылдан Рәсәй эске эштәр министрлығының Туймазы районы буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләй.
фото: БАШҠОРТОСТАН БУЙЫНСА ЭСКЕ ЭШТӘР МИНИСТРЛЫҒЫ сайты.