Балалар 21 һалдаттың кәүҙә һөлдәһен, өс һалдат медальонын тапты.
Медальондарҙың береһендә идентификация яҙмаһы бар, ул яҡшы һаҡланған. Уның буйынса яугирҙың шәхси мәғлүмәттәрен асыҡларға мөмкин булып сыҡты.
Ул Лихоманов Алексей Иосифович, Татар районы Михайловка ауыл советының 44-се совхозында тыуған. Яугир Татарстандан тип раҫлау әлегә иртәрәк, сөнки Татарск ҡалаһы Новосибирск өлкәһендә лә бар.
Бәлки, эҙәрмәндәр Сталинград янындағы алыштарҙа хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләгән яугирҙың туғандарын таба алыр.