Өфөлә «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Туймазы ҡалаһы хакимиәтенең төҙөкләндереү бүлеге начальнигы Ирек Шакиров «Ҡала биләмәһенең һәм ҡала округының иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре» номинацияһында икенсе урын алды.
Конкурс республикала 2013 йылдан алып уҙғарыла. Туймазы ҡалаһы хакимиәте конкурста әүҙем ҡатнаша һәм даими рәүештә призлы урындар яулай.