Оҫталыҡ дәрестәре, журналистар, актерҙар һәм режиссерҙар менән интервьюлар, яңы дуҫтар, ижади командировкалар, иртәнге сәғәт алтыға тиклем видео-роликтар монтажлау, тәнәфестәрҙә социаль селтәрҙәр өсөн посттар яҙыу. Былар барыһы ла «Волга-ЮНПРЕСС» Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр журналистикаһы фестивалендә булды.
Һөҙөмтәлә Туймазы командаһы «Маламут Ленд. Ғаилә бәхете урыны» видеопроектты икенсе урын, «Һорайбыҙ. Белербеҙ. Күрербеҙ» һәм “Шоколад Сәнғәте» проекты өсөн өсөнсө урын алды. Бынан тыш, «MediaStar» командаһы SMM номинацияһында иң әүҙемдәрҙең береһе булды - юнкорҙар 20-ашыу пост яҙҙы.
Балаларҙың шәхси эштәре лә дипломдар менән билдәләнде. Икенсе урынды Алина Фәттәхова һәм Злата Новикова, өсөнсө урынды Элина Әхмәтйәнова һәм Алина Йәрмөхәмәтова алды. Икенсе урынға шулай уҡ Злата Новикованың «Яҡтылыҡ менән уйын» эше лайыҡ булды.
«MediaStar» журналистика мәктәбе етәксеһе Анастасия Кайкова «Волга – ЮНПРЕСС» фестивален үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн билдәләнде.