+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Сентябрь 2023, 16:25

Туймазыла янғын сыҡҡан күп ҡатлы йорттан 40-тан ашыу кеше эвакуацияланған

 Ғәҙәттән тыш хәл 27 сентябрҙә кисен «Йәштәр» биҫтәһендә теркәлгән.

Туймазыла янғын сыҡҡан күп ҡатлы йорттан 40-тан ашыу кеше эвакуацияланған
Туймазыла янғын сыҡҡан күп ҡатлы йорттан 40-тан ашыу кеше эвакуацияланған

Янғын «Йәштәр» микрорайроны йорттарының береһендә сыҡҡан.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, йорттан 44 кешене сығарған, улар араһында 15 бала булған.

Шул уҡ ваҡытта 34 йәшлек ҡатын зыян күргән. Уны дауаханаға алып барып, медицина ярҙамы күрһәткәндәр һәм өйөнә оҙатҡандар.

Янғын тиҙ арала һүндерелде.

Туймазыла янғын сыҡҡан күп ҡатлы йорттан 40-тан ашыу кеше эвакуацияланған
Туймазыла янғын сыҡҡан күп ҡатлы йорттан 40-тан ашыу кеше эвакуацияланған
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: