+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Ғинуар 2023, 14:23

Туймазы халҡын февралдә ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Ял дүрт көн рәттән дауам итәсәк.  

Февралдә эш көндәре ғәҙәттәгегә ҡарағанда аҙыраҡ, ә быйыл уларҙың һаны тағы ла кәмейәсәк. Был Ватанды һаҡлаусылар көнөн байрам итеүгә бәйле.

Быйыл 23 февраль кесе йомаға тура килә. Ләкин 24 февраль дә ял көнө тип иғлан ителгән - 2023 йылдың 1 ғинуарындағы ял көнө ошо көнгә күсерелгән.

Шулай итеп, 20 февралдән 26-на тиклем аҙнаның эш көндәре өс көн генә буласаҡ, өҫтәүенә 22 февраль ҡыҫҡартылған эш көнө буласаҡ.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: