+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Ноябрь 2022, 11:44

Туймазыла самбо буйынса тренерға Рәсәйҙең спорт мастеры исеме бирелде

Елена Абдуллина 1-се спорт мәктәбендә эшләй.

Елена Абдуллина бына бер нисә йыл инде ярыштарҙа ҡатнашыу менән бергә тренерлыҡ эшмәкәрлеген алып бара. Быйыл яҙ ул Кстово ҡалаһында уҙған самбо буйынса Бөтә Рәсәй турнирында еңеүсе булды. Шулай уҡ ҡыҙ Рәсәйҙең спорт мастеры нормативын үтәгән. Ошо көндәрҙә Рәсәй Спорт министрлығы Указы менән уға был исем бирелде. Елена күп йылдар Рөстәм Мөхәмәтдиновтың 1-се спорт мәктәбендә шөғөлләнгән. Хәҙер ул үҙе малайҙар һәм ҡыҙҙар менән шөғөлләнә. Уның уҡыусылары бөтә кимәлдәге ярыштарҙа ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә һәм призлы урындар яулай.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: