+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Сентябрь 2022, 13:54

Зәйеттә эт һәм бесәйҙәр өсөн йорт төҙөргә теләйҙәр

Октябрьский ҡалаһында эйәһеҙ йәнлектәр өсөн приют төҙөү күҙаллана.

Активистар буласаҡ приютта 450 эт һәм 200 бесәйҙе урынлаштырырға теләй. Карьер урамындағы ер участкаһы әлегә буш. Йәнлектәрҙе һаҡлаусылар коммуникациялар һуҙырға, бейек ҡойма ҡуйырға һәм биҫтә халҡын приют тәрбиәләнеүселәренең тауышы борсомаһын өсөн тауышлы шаршау яһарға ниәтләй.

- Приют асыу идеяһы осраҡлы ғына барлыҡҡа килмәне, - тип һөйләй муниципаль ер участкаһын ҡуртымға алыусы Любовь Петрова. - Хайуандарҙы ваҡытлыса аҫрау пункты дүрт йыл эшләй инде. Беҙ ҡуртымға алған биләмә бөтә хайуандар өсөн дә етмәй, муниципаль приютта ла урын юҡ. Һөҙөмтәлә ҡала буйлап элеккесә хужаһыҙ эттәр күп йөрөй. Урамда йәшәгән бесәйҙәр менән дә мәсьәләне хәл итергә кәрәк - приютта уларҙы тотоу өсөн шарттар юҡ.

Ирекмәндәр аренда алда эш күп булыуға ҡарамаҫтан, быға оҡшаш объекттарға ҡарата барлыҡ талаптарҙы һәм нормаларҙы үтәп, уңайлы приют булдырыу теләге барлыҡ ҡурҡыуҙарҙы еңеп сыға.

- Күптәрҙең: "Ни өсөн беҙгә өс приют кәрәк?" тигән һорау бирә. Беҙҙең планда эттәрҙе яңы биләмәгә урынлаштырыу һәм муниципаль приютты бушатыу, - ти Любовь Петрова. - Берлектәге эшебеҙ яҡшы һөҙөмтәләр килтерер - урамдарҙа хужаһыҙ хайуандар кәмер, ә приютта йәшәргә мәжбүр булғандар лайыҡлы шарттарҙа булыр тип ышанам.

Ләкин күп нәмә йорт хайуандары хужаларынан да тора: эттәрҙе ирекле йөрөтөүгә юл ҡуймаҫҡа һәм уларҙы мотлаҡ стерилләргә кәрәк. Ирекмәндәр социаль йүнәлештәге проекттар конкурстарында ҡатнашырға ниәтләй. Эт һәм бесәйҙәр өсөн йорт төҙөүҙә ярҙам итергә теләүселәр ҙә бар, ти хайуандарҙы яҡлаусылар.

 

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: