+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Май 2022, 12:51

«Айыҡ ауыл» конкурс комиссияһы үҙ эшен башланы

«Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсында ҡатнашҡан ауылдар өсөн онлайн тәртиптә тауыш биреү старт алыу менән бер рәттән, профилле ведомстволар вәкилдәренән торған конкурс комиссияһы үҙ эшен башланы. Улар конкурста ҡатнашыусыларҙың документтар буйынса эшен баһалай.

Документтар «Айыҡ ауыл»ға ярашлы уҙғарылған сараларҙы, башҡарылған эштәрҙе үҙ эсенә ала, шулай уҡ унда социаль-демографик характеристика, аналитик отчет булырға тейеш.

 Конкурста ҡатнашыусыларҙың эше барлыҡ йүнәлештәр буйынса баһаланасаҡ. Эксперттар төркөмөндә – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Мәҙәниәт, Спорт, Мәғариф һәм фән, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлыҡтары, республиканың Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты, Муниципаль берәмектәр ассоциацияһы, Йәштәр яҡташлыҡ ойошмалары ассоциацияһы вәкилдәре.

«Айыҡ ауыл-2021» проекты Башҡортостан Башлығының республика Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондынан алынған гранты иҫәбенә үткәрелә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: