+6 °С
Ясно
События и факты
22 Октября , 07:14

Туймазы районында юннаттарҙың төбәк слёты үтте

***

Добавить в предпочтительные источники Google
Туймазы районында юннаттарҙың төбәк слёты үттеТуймазы районында юннаттарҙың төбәк слёты үтте
Туймазы районында юннаттарҙың төбәк слёты үтте

 

Октябрь башында Ҡандракүл буйында «Башҡортостандың йәшел эҙе» экологик слёты ойошторолдо. Унда республиканың 500 ҡатнашыусыһы араһынан һайлап алынған 70 финалист йыйылды. Сараны Туймазы ҡалаһының Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайы белгестәре «Беренселәр хәрәкәте» гранты ярҙамында үткәрҙе.

Слётта төрлө район һәм ҡалаларҙан ете команда ҡатнашты. Балалар оҫталыҡ дәрестәрендә, тәбиғәтте өйрәнеү уйындарында булды, Ҡандракүлдең экологияһы менән танышты, ҡоштарҙы күҙәтте һәм күлдең картаһын төҙөргә өйрәнде. Шулай уҡ «Рәсәй һыуҙары» акцияһына ҡушылып, күл ярын сүп-сарҙан таҙартты.

 

Туймазы районында юннаттарҙың төбәк слёты үтте
Туймазы районында юннаттарҙың төбәк слёты үтте
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас