

Агертамаҡ ауылынан Фәғим Шаһит улы Ҡашаповҡа тиҙҙән 85 йәш тула. Юбилейы алдынан уға «Һалдат атаһы» миҙалын тапшырҙылар. Был награда махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән һәм батырлыҡ күрһәткән улы өсөн рәхмәт билдәһе булып тора.
Ҡашаповтың улы «Доцент» позывнойы менән билдәле. Ул бүлек командиры, генерал Шайморатов миҙалы, Жуков миҙалы һәм «II дәрәжә Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Фәғим Шаһит улы ҡатыны Зимфира Ғайса ҡыҙы менән өс ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн уларҙың һигеҙ ейәне һәм ике бүләһе бар.