+1 °С
Облачно
События и факты
21 Октября , 10:21

«Ял итергә ваҡыт юҡ. Алда яңы ярыштар көтә»

Ҡала хакимиәтендә уҙған журналистар менән осрашыуҙа яҡташыбыҙ, бокс буйынса Европа чемпионы Азалия Әминева шулай тип белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Ял итергә ваҡыт юҡ. Алда яңы ярыштар көтә»«Ял итергә ваҡыт юҡ. Алда яңы ярыштар көтә»
«Ял итергә ваҡыт юҡ. Алда яңы ярыштар көтә»

Сара алдынан ҡала хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский Азалияны һәм уның тренеры Александр Савкинды Болгарияла уҙған бокс буйынса Европа чемпионатында еңеү яулауҙары менән ҡотланы һәм аҡсалата сертификаттар тапшырҙы.
Азалия Әминева 65 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Венгрия­ның 11 тапҡыр чемпионы һәм Париждағы Олимпия уйындарында ҡат­нашыусы Луца Хаморины ышаныслы еңде. Беренсе раунд Әминева файҙаһына 4:1 иҫәбе менән тамамланған. Икенсеһендә Азалия «ҡоро» еңеү яулаған — иҫәп 5:0. Өсөнсө өлөш тә шулай уҡ Октябрьский спортсыһы файҙаһына үткән.
— Мин көндәшем алға барыр, тип көттөм. Сөнки уҙған алыштарҙа ул бик актив көрәште. Сирек һәм ярымфиналдарҙа булған борсолоуымды еңеп, финалға ышаныслыраҡ сыҡтым. Миңә ярҙам иткән кешеләргә һәм көйәрмәндәргә рәхмәт белдерәм, — тине Азалия.
Европа чемпионаты Рәсәй йыйылма командаһының донъя аренаһына ҡайтыуы менән дә әһәмиәтле булды. Оҙаҡ ваҡыт ситләштерелгәндән һуң рәсәйҙәр, ниһайәт, милли символика менән сығыш яһаны.
— Беҙҙең миҙалдар күп булды, һәм был турнирҙа ҡатнашҡан барлыҡ илдәр араһында команда зачетында беренсе урынды алдыҡ. Нәҡ командалағы мөхит, бер‑беребеҙ өсөн борсолоу, даими рәүештә илебеҙ әләменең трибуналарҙа елберҙәүе рухи көс бирҙе, — тине спортсы чемпионаттағы хис‑тойғоларын иҫкә төшөрөп.
Азалияның ял итергә ваҡыты юҡ. Сөнки ҡыҙға октябрь аҙағында Мәскәүҙә ҡатын‑ҡыҙҙар араһында уҙасаҡ Рәсәй чемпионатына әҙерләнергә кәрәк. Уның һөҙөмтәләре буйынса донъя ярыштарында ҡатнашыу өсөн состав формалаштырыласаҡ.
— Алда буласаҡ ярыштарҙа еңһәм, Олимпия уйындарында сығыш яһау өсөн юллама аласаҡмын. Унда ҡатнашыу — әлегә иң ҙур маҡсатым, — тип киләсәккә пландары менән уртаҡлашты спортсы.

«Ял итергә ваҡыт юҡ. Алда яңы ярыштар көтә»
«Ял итергә ваҡыт юҡ. Алда яңы ярыштар көтә»
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас