17 октябрҙә Туймазы районында Сәхи Хисмәтуллинды иҫкә алыу кисәһе үтте. Сара башҡорт халыҡ оҙон көйҙәрен башҡарыусыларҙың «Оҙон көй» төбәк-ара конкурсының 30 йыллығына арналды. Тантаналы осрашыуҙы Туймазы районы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ойошторҙо.
Ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Туймазы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары С. Подоприхин, Әҙеһәм Искужин исемендәге Өфө ҡалаһы балалар сәнғәт мәктәбе директоры, баш ҡаланың Ленин районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Р. Абсәләмов һәм Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе А. Исмаил сәләмләне.
Йылы хәтирәләр һәм мәҙәни программа
Кисә йылы һәм ихлас мөхиттә үтте. Ҡунаҡтар Сәхи Нәби улы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, уның сағыу эшмәкәрлеген, тыуған яғына сикһеҙ һөйөүен иҫкә алды. Сәхи Хисмәтуллиндың тормош иптәше Зилә Ҡашай ҡыҙының сығышы айырыуса тулҡынландырғыс булды һәм йыйылыусыларҙа тәрән ихтирам тойғоһо уятты.
Осрашыуҙың музыкаль биҙәге һәм тамашасылар өсөн үҙенсәлекле бүләк булып Эмир Шәфиҡов, Марс Төлкөбаев һәм Илдар Ғосамутдинов башҡарыуындағы «Оҙон көй» йырҙары яңғыраны. Рөстәм Ибраһимовтың һәм «Тархан» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сағыу хореографик сығыштары ла тамашасыларға хуш килде. «Тылсым» һәм «Иман» фольклор коллективтары үҙенсәлекле сығыштары менән ҡыуандырҙы.
Юғары наградалар һәм ихтирам
Кисәлә туған телде, мәҙәниәтте һәм йолаларҙы һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Туймазы районының әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләнеләр. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары һәм Почёт грамоталары тапшырылды.
Башҡорт халҡын берләштереүгә һәм милли рухиәтте үҫтереүгә күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн Дуҫлыҡ ауылы мәҙәниәт йорто менеджеры, Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы А. Ситдикова «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалына лайыҡ булды.
Музейға экскурсия һәм герой иҫтәлегенә хөрмәт
Рәсми өлөштән һуң Туймазы ҡалаһының 1-се гимназияһы директоры Р. Аюпов ҡунаҡтарға мәктәп буйлап экскурсия үткәрҙе. Улар мәктәп музейын, интерактив Шайморатов класын һәм әҙәби экспозицияны ҡараны.
Сара аҙағында осрашыуҙа ҡатнашыусылар легендар комдив, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың бюсына сәскәләр һалды.