Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисында «Живое слово» — «Тере һүҙ» күргәҙмә уҡыу комплекттарын белем биреү практикаһына индереү, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында башҡорт телен өйрәнеү буйынса педагогтарға һәм тәрбиәселәргә методик ярҙам күрһәтеүгә арналған сираттағы зональ уҡытыу семинары үтте.
Зональ уҡытыу семинарында Баҡалы, Благовар, Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары вәкилдәре һәм Октябрьский ҡалаһы вәкилдәре (видеоконференция бәйләнеше аша) ҡатнашты.