+8 °С
Облачно
События и факты
7 Октября , 10:28

Халыҡ мәнфәғәтен яҡлап

Шаран районынан Тимерғәли Мәғдән улы Тимеркәев күркәм юбилейын билдәләй. Ул оҫта етәксе, тәжрибәле остаз һәм халыҡ ихтирамын яулаған йәмәғәт эшмәкәре булараҡ билдәле.

Добавить в предпочтительные источники Google
Халыҡ мәнфәғәтен яҡлапХалыҡ мәнфәғәтен яҡлап
Халыҡ мәнфәғәтен яҡлап

Тимерғәли Тимеркәев 1977 йылда район Советы депутаты итеп һайлана. Артабан ул 30 йыл дауамында ун саҡырылыш рәттән депутат булып эшләй, район Советы президиумы ағзаһы була. 2003 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.

Халыҡ уны иғтибарлы, һәр кемгә ярҙам итергә әҙер булған етәксе итеп хәтерләй. Район һәм республика үҫешенә индергән хеҙмәте өсөн Тимерғәли Мәғдән улына рәхмәт белдерәләр, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйҙәр.

Халыҡ мәнфәғәтен яҡлап
Халыҡ мәнфәғәтен яҡлап
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас