

Йөҙҙән ашыу ҡош көнбайыш ярҙа туҡлана, көҙгө күсенеү алдынан яйлап өйөрҙәргә йыйыла. Ҡоштарҙың тап ошо урынды һайлауы һис тә ғәжәп түгел. Ҡандракүл — Башҡортостандағы ҙурлығы буйынса икенсе күл, һыу ҡоштарының күсенеү юлындағы мөһим туҡталыш. Бында улар алыҫ осош алдынан ял итә һәм көс туплай. Ә ҡоштарҙың бында күпләп йыйылыуы күл экосистемаһының һау-сәләмәт булыуын күрһәтә.