0 °С
Облачно
События и факты
6 Октября , 09:53

Туймазы волейболсылары «алтын» һәм «бронза» яуланы

Туймазының 1-се гимназияһы волейболсылары Яр Саллылағы турнирҙа «алтын» һәм «бронза» яуланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Туймазы волейболсылары «алтын» һәм «бронза» яуланыТуймазы волейболсылары «алтын» һәм «бронза» яуланы
Туймазы волейболсылары «алтын» һәм «бронза» яуланы

Яр Саллыла 2014–2015 йылғы ҡыҙҙар араһында волейбол буйынса дуҫтарса турнир үтте. Унда алты команда, шул иҫәптән Туймазының 1-се гимназияһы спортсылары ҡатнашты.

Ҡыҙҙар лайыҡлы уйын күрһәтте. Турнирҙа Туймазының 1-се гимназияһы йыйылма командаһы — беренсе, бәләкәйерәк йәштәге волейболсылар өсөнсө урын алды. Командаларҙың тренеры -  Альберт Әхмәҙиев.

Әйткәндәй, был — команданың бер аҙналағы икенсе еңеүе. Быға тиклем ҡыҙҙар Нефтекама турнирында ла беренсе урын яулағайны.

Туймазы волейболсылары «алтын» һәм «бронза» яуланы
Туймазы волейболсылары «алтын» һәм «бронза» яуланы
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас