Туймазы дәүләт татар драма театры «Ҙур гастролдәр» федераль проекты сиктәрендә Дағыстан Республикаһында сығыш яһап ҡайтты. Спектаклдәр боронғо Дербент ҡалаһында күрһәтелде.
Театр директоры Руслан Вахитов әйтеүенсә, коллегалары ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршы алған, тамашалар тулы залдарҙа үткән. Гастролдәр мәҙәниәттәр араһында ижади бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ иткән. Директор проектты ойоштороусыларға һәм Башҡортостан менән Дағыстандың Мәҙәниәт министрлыҡтарына рәхмәт белдергә.