+1 °С
Облачно
События и факты
5 Октября , 07:50

Тыуған мәктәбенә бүләк

Ҡарамалы-Ғөбәй ауылындағы мәктәпте тамамлаған Филюс Ғимаев тыуған уҡыу йортона 10 компьютер бүләк итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тыуған мәктәбенә бүләкТыуған мәктәбенә бүләк
Тыуған мәктәбенә бүләк

Филюс Рәмил улы мәктәпте 2011 йылда тамамлаған. Мәктәптән һуң ул Башҡорт дәүләт аграр университетында, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем алған. «Уфанефтепроект» проектлау институтында эшләгән. Хәҙер ул «ТрансСтройИнжиниринг» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры.

Ошо йылдар дауамында Филюс Ғимаев мәктәп менән бәйләнешен өҙмәй: педагогтар коллективы һәм уҡыусылар менән осрашып тора. Ә күптән түгел ул мәктәпкә информатика кабинеты өсөн 10 компьютер бүләк итте.

 

Тыуған мәктәбенә бүләк
Тыуған мәктәбенә бүләк
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас