

Туймазы районында грипҡа ҡаршы вакцинация башланды. Район үҙәк дауаханаһының баш табибы Вадим Ғәляүетдинов һәм дауахана етәкселеге прививка яһатты.
Табиптар вакцинацияның гриптан һаҡланыуҙың һөҙөмтәле сараһы булыуын, ауырыуҙың ауыр үтеү хәүефен кәметеүен билдәләй. Айырыуса кешеләр менән күп аралашҡан һөнәр эйәләренә прививка яһатыу мөһим. Вакцинацияны үҙ поликлиникағыҙҙа үтергә мөмкин.