+1 °С
Облачно
События и факты
5 Октября , 07:41

Туймазы кешеһе немецтәргә милли аҙыҡтар бешерергә өйрәтә

***

Добавить в предпочтительные источники Google
Туймазы кешеһе немецтәргә милли аҙыҡтар бешерергә өйрәтәТуймазы кешеһе немецтәргә милли аҙыҡтар бешерергә өйрәтә
Туймазы кешеһе немецтәргә милли аҙыҡтар бешерергә өйрәтә

Туймазыла тауған Рәзиф Хафизов күп йылдар Германияның Бургхаузен ҡалаһында йәшәй. Тыуған еренән алыҫта булһа ла, ул үҙ халҡының  йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмай. Рәзиф йыл һайын милләттәштәре менән бергә Германияла һабантуй үткәрә.

Күптән түгел Бургхаузенда балалар байрамы үткән. Рәзиф унда татар һәм башҡорт мәҙәниәтенә арналған күргәҙмә ойошторған, шулай уҡ урындағы халыҡҡа милли аҙыҡтар бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән.

«Тыуған илемә, халҡымдың мәҙәниәтенә ҡағылышлы нәмәләргә ҙур ихтирам менән ҡарайым. Мин ойошторған байрамдар урындағы халыҡҡа ҡыҙыҡлы. Ә шулай итеп мин Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылын билдәләүгә үҙ өлөшөмдө индерәм», — ти Рәзиф.

 

Туймазы кешеһе немецтәргә милли аҙыҡтар бешерергә өйрәтә
Туймазы кешеһе немецтәргә милли аҙыҡтар бешерергә өйрәтә
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас