

Ҡунаҡ итеп яҙыусы, журналист, Салауат Юлаев ордены кавалеры, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов саҡырылды. Осрашыуҙа ул балаларҙы төплө белем алырға, туған телде өйрәнергә һәм рухлы булып үҫергә өндәне.
Ветеран уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Туймазы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге баш белгесе Гөлмирә Бикбулатова ла ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Ул үҙенең ғаилә һәм дуҫлыҡ тураһындағы шиғырын уҡыны. Балаларҙың уның әҫәрҙәрен яттан һөйләүе байрамға йәм өҫтәне.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Кәкребаш мәктәбенән Әминә Хәмидова, Ҡарамалы-Ғөбәй мәктәбенән Әлиә Төхвәтуллина, Түбәнге Троицк мәктәбенән Ксения Гәрәева, Ҡандракүл мәктәбенән Әлиә Фәтхетдинова һәм Серафим мәктәбенән Илдар Ғиниәтуллин номинацияларҙа еңеү яуланы.
Баһалама ағзалары һәр ҡатнашыусыны маҡтап, уларҙы «Салауаттың утлы рухы йәш йөрәктәргә күсһен» исемле яҙғы байрамда яңынан сығыш яһарға саҡырҙы. Күптән матур йолаға әйләнгән конкурс уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең туған телгә һөйөүен күрһәтте.