+4 °С
Облачно
События и факты
2 Октября , 06:39

Октябрь һәм көҙ тураһында халыҡ һынамыштары

8 октябрҙә тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ятыр, ҡоро ергә төшһә — тиҙ иреп бөтәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Октябрь һәм көҙ тураһында халыҡ һынамыштарыОктябрь һәм көҙ тураһында халыҡ һынамыштары
Октябрь һәм көҙ тураһында халыҡ һынамыштары

Октябрь — ҡара бейә, ноябрь — ала бейә.

 

Октябрь япмаһа, декабрь япмаҫ.

 

Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ килер.

 

Октябрҙә күк күкрәһә, ҡыш ҡарһыҙ булыр.

 

Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы, ә аҙ булһа — ҡоро килер.

 

Көҙөн ҡайын менән имән япраҡтары бер юлы ҡойолмаһа, ҡыш ҡаты булыр.

 

Көҙ оҙон булһа, яҙ һуң килер.

 

Көҙ серәкәй осһа, ҡыш йомшаҡ килер.

 

Ҡырмыҫҡа ояһы ҙур булһа, ҡыш һыуыҡ булыр.

Октябрь һәм көҙ тураһында халыҡ һынамыштары
Октябрь һәм көҙ тураһында халыҡ һынамыштары
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас