Тәлғәт Зәйнуллин 13 йыл инде Серафимовский ауылындағы 3-сө мәктәптең кадет классында уҡыусыларға хәрби әҙерлек нигеҙҙәрен өйрәтә. 25 йыл армияла хеҙмәт иткән офицер үҙ тәжрибәһен йәш быуынға тапшырыуы менән ғорурлана.