

Туймазыла ауыл хужалығы йәрминкәләре 10 һәм 24 октябрҙә үтә. Һатыу рәттәре Салауат Юлаев урамы, 12-ж адресы буйынса («Победа» магазины янында) урынлашасаҡ. Йәрминкәләрҙә һатып алыусыларҙы 10-дан 15 сәғәткә тиклем көтәләр. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары йәшелсә, еләк-емеш, бал, консервация һәм ит деликатестары һатып ала ала.
Йәрминкәләр район ауылдарында ла ойошторола: Серафимовский ауылында — 11 һәм 25 октябрҙә, Түбәнге Троицкиҙа — 3 һәм 17 октябрҙә, Субханҡолда — 11 һәм 25 октябрҙә, Ҡандрала — 4, 11 һәм 18 октябрҙә.