

Түбәнге Зәйет ауылында Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы сиктәрендә Таулы һәм Йылға аръяғы урамдарындағы 1,2 саҡрым юл ремонтланды.
Проектты тормошҡа ашырыуҙа ауыл халҡы, бағыусылар һәм район менән республика бюджеттары ҡатнашты. Техника һәм эш көсө менән дә ярҙам иттеләр.
Юлды асыу тантанаһында ауыл биләмәһе башлығы Әлфиә Ямалиева уртаҡ эшкә өлөш индергәндәргә рәхмәт белдерҙе. Яңы юл ауыл халҡын оҙаҡ йылдар ҡыуандырһын!