

Байрам ҡунаҡтарын ҡара һәм алһыу төҫтәге һирәк сортлы бәрәңге менән фермер Фәйраз Вәлиев таң ҡалдырҙы. Ул был сорттарҙың үҙенсәлектәре, составындағы файҙалы антоциандар һәм үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Байрамда йәшелсәләрҙән күргәҙмә ойошторолдо, милли ризыҡтар әҙерләнде һәм концерт күрһәтелде. Сара «Айыҡ ауыл» төбәк проекты сиктәрендә үтте.