+7 °С
Ясно
События и факты
25 Сентября , 06:02

Ул – ауылдың йәне

***

Ул – ауылдың йәнеУл – ауылдың йәне
Ул – ауылдың йәне

Һарыһаҙ ауылында йәшәүсе Фәйрүзә Әҙелгәрәева 40 йыл ғүмерен медицинаға арнаған. 1986 йылдан ул урындағы ФАП-та фельдшер булып эшләй һәм бөгөн 456 кешегә хеҙмәт күрһәтә.

Фәйрүзә Наил ҡыҙы ауылдаштарына медицина ярҙамы күрһәтеүҙән тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итә, волонтёрлыҡ менән шөғөлләнә. Ул — Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы һәм ауыл биләмәһе депутаты.

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Фәйрүзә Әҙелгәрәева бер нисә тапҡыр бүләкләнгән. Ауылдаштары уны тыйнаҡлығы, хеҙмәт һөйөүсәнлеге һәм кешелеклелеге өсөн хөрмәт итә.

Ул – ауылдың йәне
Ул – ауылдың йәне
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас