+14 °С
Облачно
События и факты
25 Сентября , 05:58

Баҡалыға сәйәхәт

***

Добавить в предпочтительные источники Google
Баҡалыға сәйәхәтБаҡалыға сәйәхәт
Баҡалыға сәйәхәт

Өфөнән «Поехали!» туристик-тыуған яҡты өйрәнеү төркөмө Баҡалы районына танышыу визиты менән килде. Сәфәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған журналисы Евгения Сюткина ойошторҙо.

Ҡунаҡтар Бөгәбаш монастыры, Орловка штольнялары, Баҡалы ауылының тарихи үҙәге, Ахман ауылындағы Нәжиб Асанбаев һәм Даян Мурзин музейҙары, шулай уҡ Ноғайбәк нығытмаһы менән таныштылар. Маршруттың һуңғы нөктәһе Башҡортостандың иң көнбайыш урыны — Ивановка ауылы янында булды.

Сәфәр ҡатнашыусыларҙа матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Улар райондың тарихи һәм тәбиғи мираҫын, халыҡтың ҡунаҡсыллығын юғары баһаланы.

 

Баҡалыға сәйәхәт
Баҡалыға сәйәхәт
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас