

Языков ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Сәғит Туҡтаров ейәнсәре Ҡамилә менән шағирә Венера Асаеваның ижад кисәһендә сығыш яһаны. Олатайҙың скрипка моңона Ҡамиләнең халыҡ йырҙарын башҡарыуы тамашасыларҙа ҙур тәьҫорат ҡалдырҙы.
Ҡамилә Өфө ҡалаһындағы балалар музыка мәктәбенең скрипка класын уңышлы тамамлаған, бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡый. Сәнғәттә быуындар бәйләнеше шулай дауам итә.