

Туймазы районының Исмаил ауылында «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә.
Яңы ФАП Исмаил һәм Балағаскүл ауылдарындағы 500-ҙән ашыу кешегә заманса шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк. Бинала процедуралар кабинеты, дарыуҙар һаҡлау бүлмәһе һәм пациенттар өсөн көтөү урыны буласаҡ. Ҡулайлыҡ өсөн пандус ҡуйыла, бина санитар һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирәсәк.